«АТАЙСАЛ» проекты төркөмө бик шәп, ҡыҙыҡлы Атайсалым легендалары тип аталған Республика конкурсы иғлан итә.
Быйылғы йыл Республикабыҙ Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың бойороғо менән Йәнтөйәк өсөн файҙалы эштәр йылы тип иғлан ителде.
Хөрмәтле дуҫтар!
Быйылғы йыл Республикабыҙ Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың бойороғо менән Йәнтөйәк өсөн файҙалы эштәр йылы тип иғлан ителде. Шулай уҡ 2021 йылдан Республикала Атайсал проекты бик әүҙем эшләп килә. Ошо уңайҙан Проект «АТАЙСАЛ» проекты төркөмө бик шәп, ҡыҙыҡлы Атайсалым легендалары тип аталған Республика конкурсы иғлан итә. Конкурс эштәре башҡорт һәм рус телдәрендә ҡабул ителә. Конкурста ике номинация беренсеһе «Иң яҡшы пост», икенсеһе иһә «Иң яҡшы видеяҙма». Һәр номинацияла еңеүсе һәм призерҙар билдәләнеләсәк.
Шулай итеп, бәйгелә ҡатнашыу өсөн үҙегеҙҙең Бәйленештә социаль селтәрендәге сәхифәлә тыуған яғығыҙҙағы бығаса бер ҡайҙа ла баҫылып сыҡмаған легенда, ер-һыу атамаларының килеп сығышы хаҡында пост яҙып, фото беркетергә йәки кемдәр теләй видеояҙма төшөрөп, Атайсалығыҙҙағы легенданы һөйләп һала алаһығыҙ. Мотлаҡ рәүештә #ЛегендыАтайсала хэштегын ҡуйырға онотмағыҙ һәм һеҙҙең сәхифәгеҙ асыҡ булырға тейеш, юғиһә, хэштег буйынса табып булмаясаяҡ. Конкурста йәш буйынса айырма юҡ, һәр кем ҡатнаша ала. Шулай уҡ мотлаҡ рәүештә Бәйләнештә селтәрендәге проект Атайсал төркөмөнә һәм Атайсал телеграм-каналына яҙылырға кәрәк, тап ошо селтәрҙәрҙә конкурс буйынса актуаль мәғлүмәттәр буласаҡ. Тағы ла берҙе ҡабатлап әйтәм, легенда бер ҡайҙа ла баҫылмаған булырға тейеш. Конкурс эше ҡыҙыҡлы булһын һәм социаль реакцияларға, тимәк, лайк, комментарий һәм күсереп алыуҙарға иғтибар бирергә кәрәк, улар һеҙҙең еңеүҙе тағы ла яҡынайтасаҡ.
Ер-һыу атамаларын һәм уларҙың тарихын һаҡлап алып ҡалыу – беҙҙең төп бурыс.
Сылтанма: https://vk.com/ataysalrb?w=wall-217591175_1056
Последние новости

Ежегодный форум «Сильные идеи для нового времени»
Форум объединяет лидеров решений в сфере предпринимательства, креативной экономики, инноваций, социального развития, технологического суверенитета, профессиональной самореализации,

Наилучшее здоровье с наименьшими затратами!
Октябрьцы приняли участие в акции «10000 шагов к жизни», которая в этом году проходит в 10-й раз.

Зарегистрировать ООО просто
Наиболее распространённой организационно-правовой формой ведения бизнеса является общество с ограниченной ответственностью (далее – ООО).
История «Победы»: от кино к театру
Одно из знаковых мест северной части Уфы – бывший кинотеатр «Победа» . Первый камень в основание его фундамента заложили 80 лет назад – 9 мая 1945 года .