"Урал батыр" эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең XXIV республика конкурсы еңеүселәрен ҡотланылар.

  "Урал батыр" эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең XXIV республика конкурсы еңеүселәрен ҡотланылар.

  "Урал батыр" эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең XXIV республика конкурсы еңеүселәрен ҡотланылар.

  Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында "Урал батыр" эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең XXIV республика конкурсы еңеүселәрен ҡотланылар. Бүләкләү тантанаһына республика этабы еңеүселәре һәм призерҙары килде. Башҡортостан Республикаһы дөйөм белем биреү ойошмаларынан 30-ҙан ашыу уҡыусы һәм фольклор коллективтары саҡырылған.

  2022 йылғы бәйгелә 25 район, 5 ҡала мәктәптәренән һәм 5 республика гимназия һәм лицейҙан 136 уҡыусы ҡатнашҡан. Сәсәндәр мәктәбен үҫтереүҙе, халҡыбыҙҙың тарихына һәм мәҙәниәтенә һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләүҙе, һәләтле балаларға ярҙам итеүҙе күҙ уңында тотҡан тәрән йөкмәткеле был конкурсты Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы ойоштороп килә.

    Быйылғы конкурс Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы һәм республикабыҙҙа иғлан ителгән Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына арналғайны. Уҡыусыларҙы “Урал батыр” эпосы менән ҡыҙыҡһындырыу һәм бәйгенең мәртәбәһен үҫтереү өсөн мәғариф һәм фән министрлығы еңеүселәргә дипломдар, 3 меңдән алып 7 меңгә тиклем аҡсалата бүләк тә әҙерләгән ине.

    “Урал батыр” эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең XXIV республика конкурсында беҙҙең район уҡыусылары ҙур уңыштарға өлгәште. Темәс мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы Ибраһимова Разалия (етәксеһе Ишбулатова С.Ш.),  Сәйғәфәр мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Солтанова Зөһрә (етәксеһе Ғәлина Н.Б.) «Урал батыр» эпосын ятлап, икәүһе лә I урынға лайыҡ булдылар.

    Уҡыусыларға һәм уларҙың етәкселәренә артабан да яңы үрҙәр, ҙур еңеүҙәр теләйбеҙ!

Последние новости

Ежегодный форум «Сильные идеи для нового времени»

Форум объединяет лидеров решений в сфере предпринимательства, креативной экономики, инноваций, социального развития, технологического суверенитета, профессиональной самореализации,

Наилучшее здоровье с наименьшими затратами!

Октябрьцы приняли участие в акции «10000 шагов к жизни», которая в этом году проходит в 10-й раз.

Зарегистрировать ООО просто

Наиболее распространённой организационно-правовой формой ведения бизнеса является общество с ограниченной ответственностью (далее – ООО).

История «Победы»: от кино к театру

Одно из знаковых мест северной части Уфы – бывший кинотеатр «Победа» . Первый камень в основание его фундамента заложили 80 лет назад – 9 мая 1945 года .

Здесь вы найдете свежие и актуальные новости в Магасе, охватывающие все важные события в городе

Комментарии (0)

Добавить комментарий

Ваш email не публикуется. Обязательные поля отмечены *