Ризаитдин Фәхретдиндың мемориаль комплексы яңыртылды
Билдәле ғалим, тарихсы һәм мәғрифәтсе, Башҡортостандың тәүге парламенты эшендә әүҙем ҡатнашҡан шәхестәрҙең береһе, республикабыҙҙың беренсе мөфтөйө Ризаитдин Фәхретдиндың Өфөләге ҡәберлеге яңыртылды.
Билдәле ғалим, тарихсы һәм мәғрифәтсе, Башҡортостандың тәүге парламенты эшендә әүҙем ҡатнашҡан шәхестәрҙең береһе, республикабыҙҙың беренсе мөфтөйө Ризаитдин Фәхретдиндың Өфөләге ҡәберлеге яңыртылды. Оло шәхесте хөрмәтләп, Өфөнөң мосолман зыяратында Башҡортостандың һәм Татарстандың билдәле дин әһелдәре, ғалимдары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре йыйылды.
Бөтә Рәсәй Үҙәк диниә назараты мөфтөйө Тәлғәт хәҙрәт Тажетдин сараны асып сығыш яһағанда Ризаитдин Фәхретдиндың ғаләм кимәлендәге шәхес булғанлығын билдәләне:
«Вафатыңдан һуң тәүге һорауҙар – Илаһың кем, Пәйғәмбәрең кем? Йәғни, әхирәттә һинең кем һәм ниндәй милләттән, ҡайҙан булыуың мөһим түгел. Ризаитдин хәҙрәт Фәхретдинов та нәҡ ошо фекерҙә булған һәм хеҙмәттәрен бер ҡәүемгә генә түгел, тотош донья-ғаләмгә йүнәлткән. Мөфтөй мәғрифәтсе лә, ғалим да булған», — тине Тәлғәт Тажетдин.
Бөтә донья башҡорттары башҡарма комитеты ағзаһы, БДУ доценты, филология фәндәре кандидаты Искәндәр Сәйетбатталов ғалимыбыҙҙың оло васыятын һаҡлап халыҡҡа еткереүҙең оло бурыс икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
«Ризаитдин Фәхретдин, ысынлап та, Рәсәй мосолмандарының һәммәһе өсөн – милләтенә, халҡына, ҡәүеменә ҡарамай – үтә лә мөһим шәхес. Шул уҡ ваҡытта башҡорттарҙың Юрмый ырыуынан сыҡҡан һәм ғүмер буйы үҙен башҡорт тип күрһәткән шәхесебеҙ. Әммә хеҙмәттәре бер ҡәүемгә генә түгел, бөтә милләткә лә, бөтөн мосолман доньяһына йүнәлтелгән. Шуға ла уның оло васыяты барыбыҙға ла ҡәҙерле. Әлбиттә, уны хөрмәтләүҙең иң дөрөҫ юлы – хеҙмәттәрен өйрәнеү, башлаған эҙләнеүҙәрҙе дауам итеү һәм хаҡ Ислам динендә булып васыяттарын үтәү. Уның уй-фекерҙәрен халыҡҡа еткереү, бергә һәм берҙәм булыу, һәр халыҡтың үҙенсәлеген һәм тарихын хөрмәт итеп йәшәү – бурысыбыҙ», – тине Искәндәр Рәсүл улы Сәйетбатталов.
Татарстан мөфтөйө Камиль Самиғуллин оло шәхесебеҙҙең билдәле Ислам ғалимдары араһында булғанына иғтибар итте:
«Ислам тарихсылары Урал-Иҙел тураһындағы хеҙмәттәрендә өс авторҙың сығанаҡтарына таяна. Улар араһында мәрхүм Ризаитдин хәҙрәт Фәхретдинов яҙған “Әҫәр” лайыҡлы урынын биләй. Аллаһ Тәғәлә унан риза булһын. Шулай итеп ул халыҡтарыбыҙҙың мөфтөйө генә түгел, шул уҡ ваҡытта уның тарихсыһы ла», – тине Камиль хәҙрәт.
Риза Фәхретдиновтың ғәрәп графикаһындағы яҙма мираҫын өйрәнеүсе ғалим, тарих фәндәре кандидаты Әхәт Сәлихов ғалимдың ғилми эшмәкәрлегенә иғтибар итте:
«Ризаитдин Фәхретдин – бөйөк ғалим. Уның мираҫын әлеге көндә лә күп кенә галимдар өйрәнә, үҙҙәренең хеҙмәттәрендә ҡуллана. Тарихи эҙләнеүҙәре менән бер рәттән, уның тарафынан заманына күрә бик төплө педагогик әҫәрҙәр ҙә яҙылған. Шулай уҡ, ул юғары кимәлдә ғәрәп һәм фарсы телдәрен белгән, шул телдәрҙәге сығанаҡтарҙы ҡулланып ғилми мәҡәләләр яҙған, сит телдәрҙәге ҡомартҡылар менән киң ҡатлам уҡыусыларын таныштырған. Боронғо яҙмаларҙы, ҡәбер таштарындағы текстарҙы өйрәнгәндә лә Ризаитдин хәҙрәттең ғилми эҙләнеүҙәренә йыш мөрәжәғәт итәбеҙ. Үҙенең иң оло ғилми хеҙмәттәренең береһе булған “Аҫар”ҙа ул бик күп шәхестәрҙең мәҙәниәт үҫешенә индергән өлөшө, ҡайҙа йәшәүе, ерләнеүе, ҡәбер ташында нимә яҙылыуы тураһында һөйләй. Уның яҙмаларының төп өлөшө әлеге көндә Өфөлә Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Ғилми архивында һаҡлана», – ти Әхәт Ғөбәй улы.
Изге эштең бағыусыһы – Ризаитдин хәҙрәттең яҡташы, бөгөн «Татнефть» ойошмаһы етәксеһенең урынбаҫары вазифаһын биләүсе Рөстәм Мөхәмәҙие. Таштағы архитектура эшен бөйөк башҡорт яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның ейәне Искәндәр Бейешев башҡарған.
Шулай уҡ был сарала Башҡортостан мосолмандары диниә назаратының мөфтөйө Нурмөхәмәт Нигматуллинды Аллаһ тәғәлә ғәфү итеп, йәннәткә инергә насип итһен өсөн доғалар ҡылынды.
Последние новости
Горячая линия по профилактике ВИЧ в Туймазах
Специалисты Роспотребнадзора помогут жителям в вопросах профилактики ВИЧ-инфекции.
Продукты для укрепления иммунной системы
Узнайте, какие натуральные продукты могут заменить аптечные лекарства.
Необоснованные ограничения в закупках: проблемы для участников
Как необоснованные ограничения влияют на рынок закупок и потенциальных участников.
Частотный преобразователь
Подбираем решения под ваши задачи с учётом особенностей оборудования и требований