Һалым ҡайтармаһы ярҙамында Башҡортостан студенттары уҡыу өсөн түләнгән аҡсаның бер өлөшөн кире ҡайтара ала
Һалым ҡайтармаһы ярҙамында Башҡортостан студенттары уҡыу өсөн түләнгән аҡсаның бер өлөшөн кире ҡайтара ала.
Һалым ҡайтармаһы ярҙамында Башҡортостан студенттары уҡыу өсөн түләнгән аҡсаның бер өлөшөн кире ҡайтара ала. Ниндәй бүлектә уҡыу мөһим түгел.
Иғтибар итегеҙ, былары мөһим:
Һалым ҡайтармаһы алыу өсөн студентҡа параллель рәүештә рәсми рәүештә эшләргә һәм һалым түләргә кәрәк.
Һалым ҡайтармаһын уҡыу өсөн түләгәндән һуң киләһе йылға алырға була.
Белем биреү учреждениеһы лицензиялы булырға тейеш.
Бөтә түләү документтары һәм килешеү һалым түләүсенең исемендә булырға тейеш.
Студенттар һалым ҡайтармаһын Федераль һалым хеҙмәте сайтында йәки Дәүләт хеҙмәттәрендә, шулай уҡ һалым инспекцияһында йәки Күп функциялы үҙәктә шәхсән юллай ала.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ , аҡсаны үҙеңдең уҡыуың өсөн генә түгел, баланың, ҡусты йәки һеңленең, тәрбиәгә алынған кешенең уҡыуына түләгән осраҡта кире ҡайтарырға мөмкин. Балалар баҡсаһымы, юғары уҡыу йорто, автомәктәп йәки сит тел курстарымы ул - иң мөһиме, учреждениеның лицензияһы булырға тейеш. Эшләп йөрөгән һәм һалым түләгән һәр Рәсәй гражданы:
→ 24 йәшкәсә бер йәки бер нисә балаһының көндөҙгө бүлектә уҡыуы;
→ 18 йәшкә тиклемге бер йәки бер нисә тәрбиәләнеүсеһенең көндөҙгө бүлектә уҡыуы;
→ опека туҡтатылғандан һуң 24 йәшкә тиклемге элекке тәрбиәләнеүсеһенең көндөҙгө бүлектә уҡыуы;
→ 24 йәшкә тиклемге туғанының (атай йә әсәй генә уртаҡ булған осраҡта ла) көндөҙгө бүлектә уҡыуы;
→ шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлгән һәм Дөйөм Рәсәй иҡтисади эшмәкәрлек төрҙәре классификаторы кодында белем биреү эшмәкәрлеген күрһәткән репетиторҙа белем алған өсөн һалым ҡайтармаһы алырға мөмкин.
Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең бәйләнеш үҙәге: 8 (800) 222-22-22
Последние новости

Ежегодный форум «Сильные идеи для нового времени»
Форум объединяет лидеров решений в сфере предпринимательства, креативной экономики, инноваций, социального развития, технологического суверенитета, профессиональной самореализации,

Наилучшее здоровье с наименьшими затратами!
Октябрьцы приняли участие в акции «10000 шагов к жизни», которая в этом году проходит в 10-й раз.

Зарегистрировать ООО просто
Наиболее распространённой организационно-правовой формой ведения бизнеса является общество с ограниченной ответственностью (далее – ООО).
История «Победы»: от кино к театру
Одно из знаковых мест северной части Уфы – бывший кинотеатр «Победа» . Первый камень в основание его фундамента заложили 80 лет назад – 9 мая 1945 года .