Шиғриәт байрамы, Таланттар байрамы, Дуҫлыҡ байрамы!

Бөгөн, 2023 йылдың 1 ноябрендә, Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында  «Мостай уҡыуҙары» әҙәби-ижади конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы  үтте.

Бөгөн, 2023 йылдың 1 ноябрендә, Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында  «Мостай уҡыуҙары» әҙәби-ижади конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы  үтте.

Конкурс 4 номинация буйынса ойошторолдо: «Атасаҡ таң, киләсәк яҙ өсөн…» (шағирҙың әҫәрҙәрен тасуири һөйләүселәр конкурсы), «Хәбәр көтәм…» (видеороликтар номинацияһы),   милли гимназиялар командалары араһында «Беҙҙең өйҙөң йәме» квиз-уйыны,  шағирҙың ижады буйынса «Йылдар эҙенән» интернет-викторинаһы.

10 октябрҙән 30 октябргә тиклем барған был конкурста бөтәһе 11200 уҡыусы, студент һәм уҡытыусы ҡатнашты.

Ҡатнашыусылар араһында Башҡортостандың төрлө ҡала һәм райондарынан тыш Татарстан Республикаһы, Ҡурған, Ырымбур, Силәбе, Свердлов, Һарытау, Һамар өлкәләре, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан вәкилдәре   булыуы конкурстың мәртәбәһен күтәрҙе.

Тантаналы сараға ҡәҙерле ҡунаҡтар ҙа килде: Мостай Кәримдең ҡыҙы Әлфиә Кәримова, шағирҙың бер туғанының ҡыҙы Әлфирә Зиязетдинова.

Әлфиә Мостай ҡыҙы сығышында балаларҙы китап уҡырға саҡырҙы.  «Атайым һәр саҡ уҡыусылар өсөн яҙҙы, китап уҡыусыны күҙ алдына баҫтырып яҙҙы. Шағир һүҙе уҡыусының йөрәгенә нисек барып етере уның өсөн бик мөһим ине»,- тине. Әлфиә Мостай ҡыҙы балаларға Мостай ижадын өйрәткәндәре өсөн уҡытыусыларға лә рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, конкурс артабан да йәшәр, яңы дуҫтар табыр тип ышаныс белдерҙе.

Байрамды халыҡ-ара конкурстар лауреаты, йырсы Рәфис Сирусин Мостай Кәрим һүҙҙәренә яҙылған «Йылғалар төнөн һөйләшә», «Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә» йырҙары, гимназияның сығарылыш класы уҡыусыһы Мөхәмәтйәнов Ғайсар,  Өфө фән  һәм   технологиялар университетының башҡорт филогогияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты студенты Йәнгүзәл  Зәйнуллина, Өфө ҡалаһы 84-се Татар гимназияһы уҡыусыһы Тимур Бикбулатов, Баймаҡ лицей-интернаты уҡыусыһы Байегетова Нәйлә Мостай Кәримдең  шиғырҙарын тасуири һөйләүҙәре менән,  Нариман Сабитов исемендәге 1-се музыка мәктәбенең «Алтын ҡыл» ансамбле сығыштары менән биҙәне.

Конкурс еңеүселәренә һәм призерҙарына Мәғариф һәм фән министрлығының дипломдары, Мостай Кәрим Фондының махсус бүләге –  «Мостай янында» китабы һәм Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының махсус бүләктәре тапшырылды.

Последние новости

Ежегодный форум «Сильные идеи для нового времени»

Форум объединяет лидеров решений в сфере предпринимательства, креативной экономики, инноваций, социального развития, технологического суверенитета, профессиональной самореализации,

Наилучшее здоровье с наименьшими затратами!

Октябрьцы приняли участие в акции «10000 шагов к жизни», которая в этом году проходит в 10-й раз.

Зарегистрировать ООО просто

Наиболее распространённой организационно-правовой формой ведения бизнеса является общество с ограниченной ответственностью (далее – ООО).

История «Победы»: от кино к театру

Одно из знаковых мест северной части Уфы – бывший кинотеатр «Победа» . Первый камень в основание его фундамента заложили 80 лет назад – 9 мая 1945 года .

Здесь вы можете узнать о лучших предложениях и выгодных условиях, чтобы купить квартиру в Павлово

Комментарии (0)

Добавить комментарий

Ваш email не публикуется. Обязательные поля отмечены *